Турнирҙа 16 ил спортсылары сығыш яһаны. Тантаналы асыу сараһында Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин, Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм Европаның дзюдо берлеге етәксеһе Сергей Соловейчик ҡатнашты. Чемпионат һөҙөмтәләре буйынса Грузия спортсылары беренсе урын яуланы. Улар финалда Голландия дзюдосыларын еңде. Өсөнсө урынды Рәсәй йыйылма командаһы алды.
Өфөлә дзюдо буйынса Европаның ҡатнаш команда чемпионаты үтте
Өфөлә дзюдо буйынса Европаның ҡатнаш команда чемпионаты үтте