Аҙыҡ-түлек технологиялары факультеты технологтары алдына Башҡортостандың милли эсемлеген яңынан тергеҙеүҙән тыш, уның организмға күберәк файҙа килтереүенә өлгәшеү бурысы ҡуйылғайны. Мәҫәлән, эсемлектең составында витамин һәм микроэлементтар һаҡланған.
Буҙаның төп өҫтөнлөгө — әсетке итеп яраҡлаштырылған таҙа культура ҡулланыуҙа, был юғары сифатлы ризыҡ алырға мөмкинлек бирә. Әскелтем-сөскөлтөм эсемлек дауалау, диетик, тәбиғи антибиотик үҙенсәлектәренә эйә.
2020 йылдың авгусында ошо фәнни асыш Сибай ҡалаһында «Азатова БУЗА» сауҙа маркаһы аҫтында сериялы етештереүгә алынды. Был эсемлек «Урал аръяғы — 2021» инвестиция һабантуйында ҡатнашыусыларҙың юғары баһаһын алды.