2022 йылдан эшкә яраҡһыҙлыҡ танытмалары тик электрон өлгөлә яҙыла, ә улар буйынса түләүҙәр автоматик рәүештә күсереләсәк. Йөклө булыу һәм бала табыу уңайынан түләнгән пособиелар алыр өсөн дә ғариза яҙыу талап ителмәй.
Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин дәүләт учреждениелары һәм эш биреүселәрҙең Социаль страховкалау фонды менән хеҙмәттәшлегендә яңы ҡағиҙәләрҙе раҫланы.
Пособиелар, элеккесә, соцстраховкалау фондынан тура күсереләсәк, тик граждандарға түләүҙе үтенеп ғариза яҙырға һәм ниндәйҙер документтар тапшырырға кәрәкмәй. Хеҙмәт хаҡы, йөклө булыу һәм бала табыу уңайынан отпускыға китеү тураһындағы белешмәләр социаль страховкалау фондына эш биреүсенән, ә бала тыуыу тураһында мәғлүмәт ЗАГС мәғлүмәт селтәренән ебәреләсәк.
Ауырығанлыҡ ҡағыҙҙарының электрон өлгөләрен дауахана һәм поликлиникалар социаль страховкалау фондының мәғлүмәт селтәренә тапшыра. Больничный асыу, ябыу, оҙайтыу тураһындағы мәғлүмәттәр артабан автоматик рәүештә эш биреүсегә һәм бер ыңғай хеҙмәткәрҙең үҙенә, Госуслуги порталындағы шәхси кабинеты аша, еткерелә.
Ҡабул ителгән документтар нигеҙендә ССФ пособие күләмен иҫәпләп хеҙмәткәрҙең иҫәбенә күсерә. Түләүҙәрҙе билдәләү һәм күсереү тураһындағы мәғлүмәт социаль тәьминәттең берҙәм дәүләт мәғлүмәт селтәрендә урынлаштырыла һәм граждандарҙың дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетына ебәрелә. Талап ителһә ССФ Пенсия фонды, Һалым хеҙмәте һәм башҡа дәүләт учреждениелары аша өҫтәмә мәғлүмәттәр алырға мөмкин.
Хөкүмәт яңы ҡағиҙәләр эш биреүселәр өсөн ҡағыҙ эш күләмен кәметергә, граждандарҙы ғаризалар яҙыуҙан азат итергә, түләүҙәрҙе тиҙләтергә булышлыҡ итер, тигән өмөттә.
«Хөкүмәт социаль казначейлыҡ принцибы буйынса ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереүҙе дауам итә. Был иһә тейешле ярҙамды әүҙемләштерә, кешеләрҙе инстанциялар буйлап йөрөүҙән, белешмәләр туплауҙан, сираттарҙа тороуҙан аралай», — тине Михаил Мишустин.