Был хаҡта башҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ильнара Сатаева белдерҙе.
Ҡыш Бабайҙар парады «Вьюговей» фестивале сиктәрендә үтә. Яңы йыл алдынан ойошторолған фестиваль иһә декабрҙең 15-нән 30-на тиклем дауам итә. 30 декабргә тиклем конкурстың еңеүселәрен билдәләү көтөлә.