Документҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Бөтә Рәсәй олимпиадаларында еңгән һәм призлы урындар алған өсөн тапшырылған премияларына өҫтәмә рәүештә Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиадала еңеү яулаған һәм призлы урындар алған өсөн премиялар ҡарала.
Еңеүселәрҙе һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусылар — 5-әр мең, призерҙар һәм уларҙың педагогтары 3-әр мең һум аҡсалата бүләк алырға тейеш.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Азат Батыршин әйтеүенсә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада 1987 йылдан башлап үткәрелә. Ә төбәк-ара кимәлдә 1996 йылдан ойошторола. Йылдан-йыл олимпиадала Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләре уҡыусылары ҡатнаша, төрлө йылдарҙа Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләре, Пермь крайы, Татарстан Республикаһы балалары ҡатнашты.
34 йыл үткәрелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиадала 9 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты.
«Олимпиада туған телен һәм әҙәбиәтен тәрән белгән һәләтле уҡыусыларҙы асыҡларға ярҙам итә. Былтыр Красноусолда туған тел уҡытыусылары йыйынында балаларҙы башҡорт телен өйрәнергә өҫтәмә дәртләндереү саралары кәрәклеге тураһында фекер яңғыраны. Был премияның олимпиада еңеүселәренә һәм призерҙарына ла, уҡытыусыларға ла яҡшы ярҙам булырына ышанам», — тине Азат Батыршин.