Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо туралағы документҡа ҡул ҡуйҙы. Закон ике һәм унан да күберәк балалы ғаиләләрҙең фатир, йорт йәки уларҙың өлөштәрен һатҡанда алынған һәм ҙурыраҡ майҙанлы яңы торлаҡ һатып алыу өсөн файҙаланылған килемде НДФЛ-дан азат итә. Льгота 24 йәшкәсә балалары булған ата-әсәләргә, шулай уҡ ҡайһы бер шарттарҙы үтәгәндә бер балаға бирелергә мөмкин. Тағы бер шарт — яңы торлаҡ иҫкеһен һатҡан йылда, йәки киләһе йылдың 30 апреленән дә һуңға ҡалмайынса һатып алынырға тейеш. Документтың тулы йөкмәткеһе менән хоҡуҡи порталда танышырға мөмкин.
Балалы ғаиләләр 2021 йылдан уҡ торлаҡ һатҡанда НДФЛ-дан азат ителә
Балалы ғаиләләр 2021 йылдан уҡ торлаҡ һатҡанда НДФЛ-дан азат ителә