Геморрагик биҙгәк менән зарарланыу хәүефе арта

Тулыраҡ: Геморрагик биҙгәк менән зарарланыу хәүефе арта

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы халыҡты бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән зарарланыу хәүефе тураһында ла иҫкәртә. Уны башлыса йорт һәм ҡыр сысҡандары тарата. Зарарланғандан алып сирҙең тәүге билдәләре күренгәнгә тиклем ике-өс, һирәк осраҡта ғына ете аҙна ваҡыт үтә. Ауырыу ҡапыл башлана: тән температураһы 39-40 градусҡа тиклем күтәрелә, баш һәм мускулдар, бил, эс ауырта. Ҡайһы берҙә танауҙан ҡан ағыуы ихтимал. Бөйөр эшмәкәрлеге боҙола. Сирҙең тәүге билдәләрен асыҡлау менән дауалау учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Табиптар дөйөм һәм шәхси гигиена ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә саҡыра.