Бөйөк Еңеү көнө алдынан ветерандарға ил Президентының ҡотлау сәләмдәре килә

Тулыраҡ: Бөйөк Еңеү көнө алдынан ветерандарға ил Президентының ҡотлау сәләмдәре килә

Был маҡтаулы бурысты почта хеҙмәткәрҙәре майҙың икеһенән туғыҙына тиклем башҡара. Өфөләге 57-се почта элемтәһе бүлеге Кремль хаттарын һәр иртә таратыуға әҙерләнә.Өфө-57 почта элемтәһе бүлеге етәксеһе Надежда Сафиева конверттарҙы тәртипкә һала. Былтыр 150-нән ашыу Ҡотлау хаты таратҡайныҡ, быйыл 91 генә, ти. Хат алып килеп, уның алыусыһын осратмау ҡыҙғаныс, ти Надежда Николаевна. Президент ҡотлауы адресаттың тик үҙенә тапшырылырға тейеш. Ветерандар һанынынң йылдан-йыл кәмей барыуы яңылыҡ түгел. Почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәре быны барыһынан да яҡшы белә. Өфөләге бер бүлексә биләмәһендә генә дүрт кеше ҡотлау сәләмен көтөп ала алмаған. Адресатына барып етмәгән ошо хаттар Кремлгә кире ҡайтарыла. Ниндәйҙер сәбәп менән бөгөн өйҙә булмаған ветерандарға почтальондар бер нисә ҡабат килә. Надежда Николаевна әйтеүенсә, был үҙе күңелле, үҙе тулҡынландырғыс мәл һис ялҡытмай. Көләс иртәлә йыр менән дәртләнеп атлайһы килә.Ветерандар үҙҙәре лә ихлас кешеләр. Оло йәштә булған өсөн түгел, һуғыш, аслыҡ, ҡытлыҡ күргән һәм шул михнәттәрҙе үтеп сығып бәхет тәмен белгән өсөн. Пелагея Сюндюкова 20 генә йәшендә фронтҡа китеп, Сталинград мәхшәрендә ҡаты яраланып, яу сафына яңынан баҫып, Еңеүҙе Берлинда яулаған. Ошо көндәрҙә туҡһан өсөн тултырған ханым тормош һөйөүсәнлеген юғалтмай.Республика йәшәгән 63 меңгә яҡын һуғыш ветераны һәм тыл хеҙмәтсәненә ошо көндәрҙә ил Президентының ҡотлау хаттары тапшырылырға тейеш. Шуларҙың 15920-һе Өфөлә. Бөйөк Еңеүҙең етмеш бер йыллыҡ юбилейы айҡанлы Кремль билдәһе ҡуйылған Ҡотлау хаты дөйөм Рәсәй буйынса ике миллион ике йөҙ мең адресатҡа юлланған.