Коронавирустан үлем осраҡтары буйынса антирекорд ҡабатланды

Башҡортостанда бер тәүлектә 38 кеше коронавирустан донъя ҡуйған. Мәрхүмдәрҙең дөйөм һаны – 3583 кеше.

Оперштабтың 1 декабрь мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда коронавируслы инфекцияның 107 мең 34 осрағы раҫланған. Сирлеләр бер тәүлектә 664 кешегә артҡан.

Бөтәһе 95 944 кеше һауыҡҡан, 659-ы – һуңғы тәүлектә.

Прививканың беренсе компонентын 1 992 289 кеше ҡаҙатҡан, 1 739 951 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.