Миҙгелгә хас йоғошло ауырыуҙар һәм грипп менән сирләгәндәр иҫәбе артыуы тураһында Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығы хәбәр итте.
Өлкәндәр араһында сирлеләр күп, бынан алдағы аҙна менән сағыштырғанда ауырыуҙарҙың һаны 16,2% артҡан..
19-25 ноябрҙә республикала грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 22 130 осрағы теркәлгән. Шул иҫәптән балаларҙа – 10 789 осраҡ, был сирлеләрҙең дөйөм һанынан 48,7%.