4 йылға һуҙылған Бөйөк Ватан һуғышында рәсми мәғлүмәттәр буйынса 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлөп, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙҙарын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн республиканан 278 яугир Советар Союзы геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исемдәренә лайыҡ була. 9 май уңайынан иртәгә Өфөлә байрам концерты һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын тантаналы ҡабул итеү ойошторола. Ветерандар «Башҡортостан» дәүләт концерт залына йыйыла. 9 майҙа Еңеү паркындағы мемориаль комплексҡа сәскәләр һалынасаҡ. Муниципаль берәмектәргә Башҡортостан Хәрби комиссариатының район, ҡала бүлектәре, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы, йәштәр һәм балалар йәмәғәт берекмәләре ярҙамы менән һәйкәлдәргә, обелисктарға сәскә һалыуҙы ойошторорға, Еңеү көнөнә арналған тантаналы йыйылыштар, күмәк мәҙәни саралар үткәрергә, фронтовиктарҙы, тыл эшсәндәрен, яугирҙәрҙең тол ҡатындарын тәбрикләргә ҡушылды.
Башҡортостан Бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығын байрам итергә әҙерләнә
Тулыраҡ: Башҡортостан Бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығын байрам итергә әҙерләнә