Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәйҙең оборона министрлығы йыл аҙағына тиклем НАТО-ға ҡаршы тороу өсөн тағыла өс дивизия ойошторасаҡ. Был турала Сергей Шойгу белдергән. Улар Смоленск, Воронеж һәм Ростов өлкәләрендлә урынлашасаҡ.

Сүриәнең хөкүмәт армияһы Алеппо виләйәте һәм ҡалаһында ике тәүлеккә тынлыҡ тәртибен индерҙе. Алеппо ҡыҙыу нөктә булып ҡалһа ла күҙәтеүселәр көсөргәнешлектең бер аҙ кәмеүен билдәләй.

Аргентина һәм Бразилияла таксистар ҡаршылыҡ акцияһына сыҡты. Улар Убер ҡушымтаһын тыйыуҙы талап итә. Такси водителдәре фекеренсә, был сервис урындағы ҡанундарға тап килмәй. Буэнос-Айрес мэрияһы ла Уберға пасажирҙар ташыуға рәхсөт бирмәүе тураһында белдергән.