Телевизор ҡараусылар һәм радио тыңлаусыларға уңайлыҡтар тыуҙырыу маҡсатында, мультиплексҡа күсеү дауам итә. Рәсәйҙә Һанлы телевизион селтәрҙәр төҙөүҙе 2018 йылға тамамлау күҙаллана. Әле республикала цифрлы телевидениены 2 миллион 250 мең кеше ҡарай ала. Йыл аҙағына тиклем ҡалған станцияларҙы сафҡа индерһәләр, телевизор ҡараусылар һаны тағы ла артасаҡ. Халыҡ федераль телеканалдарҙан башҡорт телендә лә тапшырыуҙар ҡарау мөмкинлеге ала. Бынан тыш, Рәсәй-Башҡортостан, Вести ФМ, Маяк радиоларын тыңларға була. Элемтә ветераны Рәис Сакаев 50 йылға яҡын телевидение һәм радио тапшырыуҙарының сифаты һағында торған. Радио халыҡҡа мәғлүмәтте иң тәүгеләрҙән еткереүсе сығанаҡ. Шуға ла баш инженер бар яуаплылыҡты тойоп эшләй. Элек бер бүлмәгә тик бер радиотулҡын тапшырыусы ҡоролма урынлаштырыла ине, тип иҫләй почетлы радист. Ул саҡта “ҡағыҙһыҙ һәм яҙыуһыҙ гәзит” тип йөрөтөлгән радионы һәр кем алырға, меңдәрсә километр аша тере тауыш ишетергә ынтылған.Тәүге лампалы радиоалғыстар ҙурлығы буйынса телевизорҙар менән тиң булған. Аҙаҡ уңайлыҡ өсөн бәләкәйерәк һәм күсереп йөрөтөргә мөмкин булған транзисторлы радиоалғыстар уйлап сығарғандар. Ә хәҙер инде цифралы радионы автомобильдә, интернет, телефон, хатта телевизор аша тыңларға мөмкин.Цифралы телевидениеға күсеү менән республика халҡы телевизорҙан да радиотапшырыуҙар тыңлай ала. Сөнки беренсе мультиплекс ун телевидение каналы менән бер рәттән, “Рәсәй-Башҡортостан”, “Хәбәрҙәр ФМ” һәм “Маяк” радиоларын үҙ эсенә ала. Әйтергә кәрәк, Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы тәүгеләрҙән үҙ тамашасыларын һәм радиотыңлаусыларын сифатлы тапшырыуҙар менән тәъмин итеп, цифралы сифатта эфирға сыға ла инде. Һуңғы хәбәрҙәр, яратҡан дикторҙарҙың тауыштары, моңло йырҙар халыҡҡа бер ниндәй ҙә ҡамасауһыҙ барып етә. Цифралы телевышкалар республика буйынса 216 урында төҙөләсәк. Станцияла ҙур булмаған махсус ҡоролма дөйөм федераль сигналды ҡабул итә һәм төбәктәге программаларҙы өҫтәп юлдаш аша халыҡҡа тарата. Ҡоролмалар барыһы ла үҙаллы эшләй, белгестәргә монитор аша күҙәтеүе лә етә. Ирекһеҙән, күптәр радио тыңлар өсөн махсус антеналар ҡуйырға мәжбүр. Ә мультиплексҡа күсеү менән телевидение һәм радио тулҡындары бер ҡоролма аша ҡабул ителә. Әйткәндәй, Рәсәй телевизион һәм радиотапшырыуҙар селтәре үҙенең 15 йыллығы уңайынан һәм Радио көнө менән ҡотлап, элемтә ветеранына цифралы телевидениены ҡарау өсөн антенна менән махсус приставка ла тапшырҙы. Ярты быуат ғүмерен телевидение һәм радиоға бағышлаған Рәис Сакаев федераль каналдарҙа үҙ телендә теле һәм радиотапшырыуҙар булыуына шатланып бөтә алмай.
Халыҡ федераль телеканалдарҙан башҡорт телендә лә тапшырыуҙар ҡарау мөмкинлеге ала
Тулыраҡ: Халыҡ федераль телеканалдарҙан башҡорт телендә лә тапшырыуҙар ҡарау мөмкинлеге ала