Өфө амфитеатрында үтәсәк Симфония төнөндә быйыл Башҡортостандан ғына түгел, сит илдәрҙән дә музыканттар ҡатнашасаҡ

Тулыраҡ: Өфө амфитеатрында үтәсәк Симфония төнөндә быйыл Башҡортостандан ғына түгел, сит илдәрҙән дә музыканттар ҡатнашасаҡ

Улар Ҡытай Халыҡ Республикаһы вәкилдәре — скрипкасы Чижиан Кайминь һәм вокалист-тенор Лу Яо.Быйыл концерт программаһына композиторҙар Сергей Прокофьевтың тыуыуына —125 һәм Заһир Исмәғилевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы уларҙың әҫәрҙәре, шулай уҡ Рәсәй киноһы йылы уңайынан кинофильмдарҙан музыка ингән. Концерт Петр Чайковскийҙың Славян маршы һәм байрам фейерверкы менән тамамлана. Симфония төнө 25 майҙа Өфө амфитеатрында уҙа.