Байрамға әҙерлек сиктәрендә төбәктә төрлө саралар башланды. Ошо көндәрҙә Әбйәлил районында беренсе Һандыҡ-шоу конкурсы үтте. Мансур Усманов 1986 йылдан алып һандыҡ эшләй. Ошо арауыҡ эсендә ул йөҙләгән һандыҡ эшләгән. Сираттағыһын да оҫта бер нисә көн эсендә йыйып, буяп ҡуйырға йыйына.80-се, 90-сы йылдарҙа халыҡ кәсептәренә иғтибар кәмей төшһә, хәҙер хәл бөтөнләй икенсе. Кешеләр күпләп ата-бабаларының шөғөлөнә ҡайта. Мансур Усманов та һандыҡтарҙы семәрләп эшләй башлай. Уларҙың һәр береһенең үҙ аңлатмаһы бар.Мансур Усманов махсус рәүештә бер ҡайҙа ла уҡымаған. Һандыҡ эшләү кәсебе уға атаһынан һәм олатаһынан күскән. Ваҡытында улар ҙа ауылда данлыҡлы оҫталар булып танылған. Хәҙер был йоланы Мансур Усманов үҙе дауам итә.Һандыҡ-шоу конкурсы иғлан ителгәс оҫта үҙен һынап ҡарарға уйлай. Башҡаларҙың эшен ҡарайым, үҙемдекен күрһәтәйем тип барған Мансур Усманов шунда уҡ Гран-при яулаусыларҙың береһе була.Оҫта билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа ҡыҙҙар күпләп һандыҡ менән кейәүгә сыға. Ундайҙарҙың ғаиләһе лә ныҡ була, донъялары ла гөрләп тора. Һандыҡ менән оҙатҡан ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе лә айырылып ҡайтманы, ти Мансур Усманов.
2020 йылда Башҡортостан Бөтә донъя фольклориаданы ҡабул итә
Тулыраҡ: 2020 йылда Башҡортостан Бөтә донъя фольклориаданы ҡабул итә