Донъяла коронавирустың яңы төрө-омикрон таралыу сәбәпле барлыҡ илдәрҙә тиерлек именлек саралары көсәйтелә. Әлегә омикрон Башҡортостанда асыҡланмаған. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Роспотребнадзорҙың Башҡортостандағы идаралығы етәксеһе Анна Казак белдерҙе. Коронавирустың яңы төрө әлегә теркәлмәгән, ә бына симптомдары буйынса оҡшаш ГРИПП республикала 106 кешелә асыҡланған. Шул уҡ ваҡытта тымау тейҙереүселәр һаны күбәйгән һуңғы көндәрҙә. Балалар араһында киҫкен респиратор вирус йоҡтороусылар эпидимиологик сиктән 50 процентҡа ашҡан. Бихисап класстар ошо сәбәптән карантинда. Йоғошло ауырыу таралыу ҡурҡынысы Баймаҡ районы Төркмән ауылында ла асыҡланды. Бында һыйырҙарҙа Нодуляр дерматит сире табылды. Малдар үлтереп яндырыла, хужаларына компенсация түләнергә тейеш. Әммә урындағы халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт еткерелмәү сәбәпле ризаһыҙлыҡ көсәйгән. Уны Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Урал Килсенбаевҡа урынға сығып хәл итергә тура килде. Башҡортостанда баҡсасылыҡ ширҡәттәренең проблемаларын хәл итеү өсөн миллиард һумдан ашыу аҡса кәрәк. СНТ-лар һаны буйынса республика илдә 7-се урында тора, тине вице-премьер Илшат Фазрахманов. Тәү сиратта, инфраструктура мәсьәләһе: юлдар кәрәк, һыу юҡ йә ул сифатһыҙ, электр уты етешмәй. Шулай ҙа проблемаларҙың нигеҙе – күптәрҙең кадастр иҫәпә ҡуйылмауында. Был иһә урындағы бюджеттарға һалым түләнмәй тигәнде аңлата. Уларҙы хәл итер өсөн яуаплы ведомстволар менән берлектәге комиссия төҙөләсәк. Ярҙам да буласаҡ, тик тәү сиратта ер участкаһына документ эшләткән ширҡәттәр өсөн генә.Ҡала эсендә йәшәгәндәр ҙә ярҙамһыҙ ҡалмай. Киләһе йыл күп ҡатлы йорт подъездарын ремонтлауға 500 миллион һум аҡса бүленәсәк. Был суммаға 362 подъезд ремонтланасаҡ. Башҡорт ихаталары программаһына бүленгән сумма миллиард һумдан ашты. орлаҡ темаһын дауам итеп... Оператив кәңәшмәлә Башҡортостанда алданған өлөшсөләрҙең 2 тапҡырға кәмеүе хаҡында хәбәр ителде. йыл башында улар 7 меңдән ашыу булһа, әхҙер 3 мең 900 тирәһе, барлығы 22 проблемалы йорт төҙөп бөтөлгән. Статистика мәғлүмәттәре лә Башҡортостанда йыл башынан төҙөлөш темптарының яҡыш булыуы хаҡында һөйләй – былтырғынан 22 процентҡа артҡан. Сәнәғәт етештереүсәнлеге буйынса 4 ярым процент үҫеш, инвестициялар йәлеп итеү күрһәткесе йыл аҙағына ыңғый тенденция күрһәтә. Яңы инвесторҙар табыу, иҡтисади әүҙемлекте арттырыу маҡсатын тәү урынға ҡуйған эшлекле сәфәргә юлланды Башҡортостан делегацияһы. Беларусь республикаһы менән ауыл хужалығы. Машиналар һәм станоктар төҙөү өлкәләрендә яңы килешеүҙәр булыр тип көтөлә. Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡлона. Һаулыҡ һаҡлау системаһына көсөргәнешлек кәмей, башҡа сирҙәрҙе дауалауға иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк, тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров. Хөкүмәттәге кәңәшмәлә белем усаҡтарында Яңы йыл байрамдарын уҙғарыу тәртибенә лә аныҡлыҡ индерҙеләр. Шыршы тирәләй әйлән-бәйлән бейергә мөмкин, тик һәр класс байрамды айырым уҙғара.
Ни өсөн балалар күпләп ауырый?
Ни өсөн балалар күпләп ауырый?