Торлаҡ һатып алырға теләүселәр өсөн ҙур мөмкинлек

Торлаҡ һатып алырға теләүселәр өсөн ҙур мөмкинлек.

Владимир Путин указына ярашлы, хәҙер ике һәм унан да күберәк балалары булған ғаилә яңы йорт һатып алғанда һалымдан азат ителгәйне. Күптәнге хыялын тормошҡа ашырырға теләүсе ғаиләләр льгота менән файҙалана башланы. 20 квадрат метрлыҡ бүлмә өс малай-Аман, Сөләймән һәм Хәсән өсөн тығыҙ, ти йорт хужаһы. Ошонда уҡ улар өйгә эш эшләй, спорт менән шөғөлләнә, уйынсыҡтар менән уйнай. Киләсәктә айырым бүлмә тураһында хыяллана егеттәр. Сөләймәновтар ғаиләһе бөтәһе 60 квадрат метрҙы тәшкил иткән ике ҡатлы йортто 2018-се йылда һатып алған. Ғаилә ишәйеү менән ҙур майҙанлы өйгә күсергә хәл итә улар. Тик, билдәле булыуынса, шәхси йортто һатып алынған ваҡыттан алып 5 йыл үтмәйенсә уны кире һатҡан осраҡта хужа хөкүмәткә 13 процент һалым түләргә бурыслы ине. Күптәр өсөн был ҙур һан. Шуға ла ғаилә йәшәйешен яҡшыртыу маҡсаты менән быйыл торлаҡ һатҡанда балалы ғаиләләрҙең һалымдан азат ителеүе хаҡында Рәсәй президенты Владимир Путин указға ҡул ҡуйҙы. Мәҫәлән, ниндәй ҙә булһа ғаилә ике миллион өс йөҙ һумға бер бүлмәле фатир һатып алған, ти. Ике йылдан һуң торлаҡты өс миллион ике йөҙ һумға һаталар. Был осраҡта ғаилә 120 мең һум һалым түләр ине. Яңы указға ярашлы, хәҙер шул һалымды түләргә кәрәкмәй. Тик бындай программаға ике һәм унан күберәк балалы һәм көндөҙгө бүлектә уҡыған 24 йәшкәсә балалары булған ғаиләләр генә дәғүә итә ала. Льготаға дәғүә итеүсе Сөләймәновтар ғаиләһе бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай. Улар әле ҙур майҙанлы йорт һайлау менән мәшғүл. Тик ғаиләләргә яңы программаны файҙаланыу ваҡытына ла иғтибар итергә кәрәк. Закон буйынса, яңы торлаҡ икеһен һатҡан йылда йәки киләһе йылдың 30 апреленән дә һуңға ҡалмайынса һатып алынырға тейеш. Бынан тыш, һатыла торған күсемһеҙ милектең кадастр хаҡы 50 миллион һумдан артмауы мөһим.