Өфөлә “Нур” татар дәүләт театрының 30 йыллыҡ юбилейы билдәләнде

Өфөлә “Нур” татар дәүләт театрының 30 йыллыҡ юбилейы билдәләнде.

Ошо уңайҙан ойошторолған байрам тантанаһында сәнғәт һөйөүселәр һәм театрҙың Башҡортостан, Татарстан, Ырымбур өлкәһенән килгән дуҫтары ҡатнашты. “Утыҙ йыл бергә” – сәнғәткә мөкиббән Мөҙәрис Шәһәбетдинов Өфө “Нур” татар дәүләт театрына асылған көнөнән тоғро. Юбилей уның өсөн ысын байрам. Сәнғәткә һөйөүен театрал тыуған төйәге һәм бала сағы менән бәйләй.Режиссер Илдар Вәлиев та Өфө “Нур” татар театры менән өс тиҫтә йыл бергә. Юбилей көнөндә ул Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. Ике быуын актерҙар тәрбиәләгән Роза ханым Бәҙретдинова ла театрға ихлас мөхәббәтен ғүмер оҙонона һаҡлай. Спектаклдәрҙең даими тамашасыһы бөгөн үҙем актриса булмағаныма үкенеп тә ҡуям, ти. “Нур”ҙың күркәм юбилейы тамашасыларҙың бер нисә быуынын берләштерҙе. Өлкәндәр, балалар, йәштәр һөйөүен белдерергә, күңел асырға, шатлыҡ уртаҡлашырға, бәлки, танышырға килгән. Театр менән танышыу баҫҡыстан уҡ башлана. Егерменсе быуаттың 90-сы йылдарында театр ҡоролошо йөкмәтелгән архитектор һәм рәссамдар ошо фекерҙе етди хәл иткән. “Нур” театры ҡунаҡтарын ишектән үтеп инеү менән хозур панно ҡаршылай. Затлы таштарҙан ҡоролған ижад өлгөһө театр сәнғәтенең асылын күрһәтә һәм уның мәңгелек икәнен белдерә. Мөһабәт диуар Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Вәкил Шәйхетдиновтың хеҙмәте. Үҙем эшләйем, үҙем ҡарайым, үҙем тәнҡитләйем, тип хәтерләй ул ижад иткән мәлдәрен. Был биҙәктәр Башҡортостанда табылған ярым затлы таштарҙан һалынған. Ике дүртмөйөш  — ләлә тажын, улар эсендәге ҡуласаларҙың береһе тормош, икенсеһе уның сағылышын символлаштыра. Ҡояш нурындай емелдәгән “юлбарыҫ күҙе” атамалы ташты Испаниянан һатып алып ҡайттым, ти рәссам.Юбилей тантанаһы ҙур сәхнәлә күмәк музыкаль тамашанан башланды. Театр коллективын хөрмәтле ҡунаҡтар тәбрикләне. “Нурҙың” ике республика араһында дуҫлыҡ-теләктәшлек өсөн күрһәткән хеҙмәте, төбәктә татар мәҙәниәтенең үҙенсәлекле өлгөһөн танытыуы, сағыу спектаклдәр һәм образдарға бай репертуар тыуҙырыуы юғары баһаланды. Театр хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан һәм Татарстандың юғары дәүләт наградалары, ә коллективҡа юбилей бүләктәре тапшырылды. Ҡотлауҙар Өфө “Нур” татар театры актерҙары һәм башҡорт, татар эстрадаһы артистарының сағыу сығыштары менән аралашып барҙы. Халыҡ артисы әйткән һүҙҙәр менән һәр кем дә килешәлер моғайын. Өфө “Нур” театры юбилей кисендә тәбрик-теләктәрҙе ҡабул итеп кенә ҡалманы, ә тоғро тамашасыһына йәнә бер тапҡыр ихлас рәхмәт белдерҙе.