Башҡортостан делегацияһы Белоруссияла

Башҡортостан делегацияһы Белоруссияла

Төбәк башлығы Радий Хәбиров етәкелегендәге республика делегацияһы эш сәфәре менән Белоруссияла. Маҡсат – Рәсәйҙең стратегик партнеры булған Беларусьты Башҡортостан менән ныҡлап таныштырыу. Беларусь Башҡортостан менән тауар әйләнешенең артабан да үҫеүенә һәм көрсөккә тиклем кимәлгә сығырына ышаныс белдерә. Ошо хаҡта Президент Александр Лукашенко менән республика башлығы Радий Хәбиров осрашыуы барышында әйтелде. Йылдың уҙған 9 айында экспорт менән импорт 280 миллион долларға баһаланып, былтырғы ошо осор менән сағышырғанда 16 процентҡа тиклем кәмегән. Рәсми Минск иһә алыш-биреште йылына миллиард долларға еткерергә кәрәк, тип иҫәпләй. Республика башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге эшлекле даирә бурысы бәйләнештәрҙе нығытыу ғына түгел, маҡсат – Рәсәйҙең стратегик партнеры булған Беларусьты республика менән ныҡлап таныштырыу. Сөнки, ике республиканың тарихында, үткәнендә уртаҡлыҡ бихисап. Мәңгелек утҡа һалынған сәскәләр ҙә ошоға билдә. Башҡортостан менән Белорусия араһындағы мөнәсәбәттәрҙе хәҙер яңы кимәлдә тип билдәләргә мөмкин. Профиль министрлыҡтар тәүге һөҙөмтәләрҙе атай. Мәҫәлән, транспорт һәм юл хужалығы тармағы. Ведомство беҙҙең республика һәм Минскийҙың уртаҡ предприятиеларын булдырыуҙы отошло тип һанай. Автобустар сығарыу буйынса яңы завод “Нефаздың” төп конкуренты буласаҡ. Тимәк, көнәркәшлек күтәрелә. Тағы бер проект — электр транспорты. Ауыл хужалығы менән берлектә машиналар төҙөү иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Башҡортостан бөгөндән Минскийға аграр техника өсөн айырым частар ебәрергә әҙер. Республика башлығы Радий Хәбиров етәкелегендәге делегацияның Минскийға сәфәренә властең иң юғары органдары айырым иғтибар һәм әһәмиәт бирә. Башҡортостан бөгөн халыҡ-ара кимәлдә үҙ һүҙен әйтерлек ҡеүәтле төбәккә әйләнә.