Өфө мәктәптәрендә карантин

Өфө мәктәптәрендә карантин

Грипп һәм киҫкен-респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусы балалар күбәйеү сәбәпле башҡалабыҙҙың белем биреү учреждениеларындағы ҡайһы бер класстар дистанцион уҡытыуға күсә. Ә Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимазияһы аҙна башынан бөтөндәй карантинға ябылған. Тән температураһын тикшереп, ҡулды антисептик менән таҙартҡандан һуң ғына мәктәпкә юл асыҡ. Уҡыусылар араһында грипп һәм киҫкен-респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар артҡандан һуң, хәүефһеҙлек саралары тағы ла нығыраҡ көсәйтелгән. Хатта физкультура дәрестәрендә лә балалар араһында социаль дистанция һаҡлана. Санитар ҡағиҙәләргә ярашлы, уҡытыусылар мотлаҡ медицина битлегендә. Ғөмүмән, күп кенә мәктәптәр кабинет системаһына күскән. Уҡыусылар бер класста ултыра, уҡытыусылар ғына алмашына. Ә ҡайһы бер класстар бөтөләй дистанцион форматта уҡый. Мәҫәлән, Өфөнөң 110-сы мәктәбендә 17 класс карантинда. География уҡытыусыһы Оксана Ярукова әйтеүенсә, интернет аша уҡытырға өйрәнһәк тә, балалар менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыуға етмәй. Йәмғеһе Өфөлә 132 мең уҡыусының 17 меңе карантинда. Ә Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимазияһы бөтөнләй карантинға ябылған. Санитар-эпидимиологик талаптар буйынса, уҡыусылар карантинда бер аҙна өйҙә ултыра. Аҙаҡ мәктәпкә сыҡҡанда сәләмәт булыуы тураһында белешмә килтерергә тейеш.