Өҙөлгән өмөттәрҙе ялғап Өфө офтальмологтары Марий Эл республикаһынан килгән пациентҡа күреү һәләтен ҡайтарҙы. Вера Ефимованың уң күҙен зарарлаған шештең ҙурлығын күргән Мәскәү, Киров, Чебоксар офтальмологтары пациенттың һаулығына хәүеф менән янаған төрлө сәбәптәр табып операциянан баш тарта. Ҡатмарлы осраҡты “Аллоплант” үҙәге ала. Өфө хирургтары өсөн һәр ғәҙәттән тыш ҡатмарлы операция -тәжрибә камиллаштырыу ысулы булараҡ ҡәҙерле. Офтальмоонколог Раушан Баҡыев күҙҙе соҡоронан 4 сантиметрға этеп сығарған шештән аралау операцияһын ике сәғәт эшләй. Өс тиҫтә йыл элек «Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластика хирургияһы үҙәге» булараҡ асылған клиника 2021 йылдың 1 октябренән Башҡорт дәүләт медицина университетына ҡарай. Бында йылына 10 меңдән ашыу операция яһала. Өфөләге “Аллоплант” үҙәге хирургтары әлегә тиклем йылына 20 ошондай ҡатмарлы операция башҡарһа, быйыл офтальмоонкология өлкәһендә тик 5 операция үткәрелгән. Барыһына ковид-сикләүҙәр ғәйепле. Даны республика ғына түгел илдән ситкә киң таралған үҙәк бөгөн ғәҙәти тәртиптә эшләй. Марий Элдан килгән Вера Ефимованың диагнозы буйынса операция бушлай. Үҙәк йылына 45 ошондай ҡатмарлы операцияны федераль квота иҫәбенә башҡара. Вера Николаевна өсөн хәҙер иң ҡурҡынысы артта ҡалған. Бәхетле өләсәйҙе өйөндә өс ейәне көтә. Хәстәрлекле улы менән ҡыҙы уны дауаханан ҡаршы алырға килгән. Ут яҡтыһын да күреүҙән мәхрүм күҙҙең операциянан һуң һәләте 20 процентҡа тергеҙелгән. Көндән көн яҡшыраҡ күреүен тойған Вера Ефимова артабан йәшәгән урыны буйынса табип ҡарамағына тапшырыла. Уның хәлен Өфө хирургтары ла күҙәтеп торасаҡ.
Өфө офтальмологтары ҡатмарлы операция үткәрҙе
Өфө офтальмологтары ҡатмарлы операция үткәрҙе