Быйыл улар былтырғыға ҡарағанда ла күберәк булыр, тип көтөлә. Ойоштороусылар 321 боҙ һарайы Өфөлөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын һөйөндөрәсәк. Рәссамдың оҫта ҡулдары ярҙамында боҙ киҫәге матур һынға әүрелә. Ҡыш миҙгелен түҙемһеҙләнеп көтөп алам, 17 йыл дауамында баш ҡаланы ниндәй генә һындар менән биҙәмәнем, ти Рәфис Зәйнетдинов. Яңы йыл майҙансыҡтарындағы күңел биреп уйылған боҙ һындар иғтибарҙы йәлеп итеп, кәйефте күтәреп ебәрә. Өфөнөң был боҙ һарайын әҙер, тип әйтергә лә мөмкин. Өс көн эсендә бында биштән артыҡ һын ҡалҡып сыҡҡан. Һауа торошо яҡшы булған осраҡта, бер һын ярты көндә әҙер була, ти оҫталар. Киров районының торлаҡ хеҙмәттәре боҙҙо Ағиҙел йылғаһынан ала. Боҙ былтырғыға ҡарағанда йоҡараҡ, шуға ҡырҡып алыу ҙа ҙур иғтибар талап итә, ти оҫталар. Бар майҙансыҡтар ҙа әҙер булыу менән уларҙы махсус комиссия тикшереп ҡабул итәсәк. Һәр ваҡыттағыса, муниципалитеттар араһында Яңы йылға иң яҡшы биҙәлешкә һәм иң яҡшы боҙ ҡаласығына конкурс үткәреләсәк.
Өфөлә яңы йыл ҡаласыҡтарын төҙөү башланды
Өфөлә яңы йыл ҡаласыҡтарын төҙөү башланды