Рәсәй Хөкүмәте ошо маҡсатҡа 7 миллиард һум самаһы аҡса бүлде. Төбәктәр аҡсаны дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль селтәрҙәренән ауылдарҙағы мөһим объекттарға, шул иҫәптән ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү буйынса предприятиеларға илтеүсе юлдар төҙөүгә һәм ремонтлауға йүнәлтергә тейеш. Башинформ агентлығы хәбәр итеүенсә, финанслау 2013-2020 йылдарға ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймалы һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү дәүләт программаһы сиктәрендә башҡарыла.
Башҡортостан ауыл ерендә юлдар төҙөү өсөн федераль бюджеттан 267 миллион һум аҡса аласаҡ
Тулыраҡ: Башҡортостан ауыл ерендә юлдар төҙөү өсөн федераль бюджеттан 267 миллион һум аҡса аласаҡ