Бөгөн төндә Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны тар-мар итеүҙең 71 йыллығына арналған парадтың репетицияһы булды.
Музыка боронғо диуарҙарға йән өрә. Сүриәнең Пальмира ҡалаһында Мариин оркестры концертын ойоштороусылар шулай тип атаны. Сәхнәгә археолог Халед әль-Асаадтың портреты ла ҡуйылғайны. Рәсәй президенты Владимир Путин әйтеүенсә, Пальмирала классик музыка-террор ҡорбандары иҫтәлегенә үҙенсәлекле мәҙәни акция.
Канада етәкселеге урман янғындары менән көрәшә. Ут менән көрәшкә 250 кеше, 17 самолет һәм 12 вертолет йәлеп ителгән. Форт-Макмюррей ҡалаһында 88 мең кеше үҙ йорттарын ҡалдырып киткән. Урындағы хакимиәттәр хәбәр итеүенсә, ут 10 мең гектарҙы ялмап алған.
Төркиә премьер-министры Әхмәт Дауыт улы ғәҙеллек һәм үҫеш партияһы башлығы вазифаһынан китте. Ысынбарлыҡта был премьерҙың вазифаһынан китеүен аңлата, сөнки Төркиәлә хакимлыҡ итеүсе фирҡә етәксеһе премьер булып тәғәйенләнә. Күҙәтеүселәр фекеренсә, Төркиә президенты менән премьер араһында бик күп йүнәлештәр буйынса төрлө ҡараш булған.