Уларҙа эшләгән меңәрләгән кеше беҙҙең республикаға эвакуацияланып, еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән. Өфө агрегат предприятиеһы самолет двигателдәре өсөн свечалар эшләүҙе яйға һала. Был предприятие әле лә авиация тармағы өсөн бик күп деталдәр етештерә. Өфө уртаһында урынлашҡан приборҙар етештереү предприятиеһы бөгөн меңәрләгән квадрат метр майҙанды биләй. Ә алыҫ 1941 йылда бында Мәскәүҙән ашығыс рәүештә эвакуацияланған завод ул ваҡытта ҡала ситендәге буш майҙанға урынлаштырыла. Һуғыштың тәүге йылында эшселәргә асыҡ һауа аҫтында эшләргә тура килә. Әлеге ваҡытта, ул ауыр йылдарҙы кисергән эшселәр предприятиела ҡалмаған. Әммә хеҙмәт батырҙары менән бергә эшләү бәхетен татыусылар әле лә бар. Владимир Солодовников ярты быуаттан ашыу ғүмерен ошо заводҡа бағышлай. Һөнәри сынығыуҙы ул тылда фронт өсөн йәнен аямай эшләгән һәм һуғыштан ҡайтып илде аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнашҡан яугир эшселәрҙән ала. Тап ошондай станок артына ул өйрәнсек булып баҫа, ә һуғыш йылдарында был ҡоролмаларҙа авиация двигателе деталдәрен эшләп фронтҡа оҙаталар, һәр икенсе самолет Өфө заводында етештерелгән свечаларҙа эшләй. Ә был деталдәрҙе ҡырыу өсөн тәғәйенләнгән станок үҙенә күрә раритет. Ул 1935 йылда эшләнгән. Башҡа ҡоролмалар менән бергә станокты Мәскәүҙәге 161 һанлы заводтан алып киләләр. 1941 йылдың 14 сентябрендә предприятиены тиҙ арала Өфөгә күсереү бойороғо сыға. Бөтә ҡоролма 290 вагонға тейәлеп Уралға оҙатыла. Заводты урынлаштырыу өсөн Аксаков урамындағы автомастерской урыны һайлана. Ул ваҡытта был урын Өфөнөң сите һаналған. Предприятиены урынлаштырырлыҡ биналар булмай, ә фронтҡа запас частәр кәрәк. Кешеләргә ауыр шарттарҙа эшләргә тура килә. Станоктарҙы асыҡ һауала урынлаштырып 40 көн эсендә генә тәүге 10 мең дана свеча етештерелә. Приборҙар етештереү предприятиеһында тарихҡа бик һаҡсыл ҡарайҙар. Бында һуғыш йылдарында эшләнгән һәр деталгә айырым иғтибар. Ул ваҡыттағы хеҙмәт алдынғылары, бында етештерелгән продукция фотоһүрәттәре айырым стендта урын алған. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге йылдарында уҡ Өфөгә төрлө мәғлүмәттәр буйынса йөҙҙән ашыу завод, фабрика, предпритяие күсерелә. Тиҫтәләгән госпиталь, әллә күпме үҙәк хужалыҡ һәм дәүләт органдары урынлаштырыла. 1941–1943 йылдарҙа Фәндәр академияһы, бер нисә юғары уҡыу йорто Өфөлә була. Көнбайыш өлкәләрҙән эвакуацияланған 278 мең кеше Башҡортостанға килеп һыйына.
Һуғыш йылдарында йөҙҙән ашыу завод һәм фабрика Башҡортостанға күсерелгән
Тулыраҡ: Һуғыш йылдарында йөҙҙән ашыу завод һәм фабрика Башҡортостанға күсерелгән