Халҡым өсөн хеҙмәт итәм

Тулыраҡ: Халҡым өсөн хеҙмәт итәм

Суд приставтарының һөнәри бурыстарын ошо һөйләм асыҡлай. Бөгөн Өфөләге Еңеү паркында 80-гә яҡын кеше суд приставы дәрәжәһенә алыныуы айҡанлы тантаналы ант бирҙе.Тантанала шулай уҡ суд ҡарарҙарын башҡарыу хеҙмәтендә оҙаҡ йылдар эшләгән алдынғы хеҙмәткәрҙәргә федераль һәм төбәк ведомствоһы наградалары тапшырылды. Ант биреү тантанаһын Бөйөк Еңеү көнө алдынан үткәреү тәрән мәғәнәгә эйә, тине Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе. Илгә фиҙаҡәрлеген күрһәткән еңеү яулаусыларҙың данын һаҡлаған Еңеү паркында бирелгән ант халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлаусыларға бурыстарын намыҫ менән выжданы ҡушҡанса башҡарырға өндәй. Был егеттәр һәм ҡыҙҙар суд ҡарарҙарын атҡарыу хеҙмәтендә ярты йыл эшләп, бурыстарға тоғролоғон күрһәтеп тә өлгөргән.