Хәрби сафта йыр менән

Тулыраҡ: Хәрби сафта йыр менән

Өлкән класс уҡыусыларының хәрби әҙерлек конкурстарында еңеүсе командалар бөгөн Өфөләге Еңеү паркында ярыштың республика кимәлендә ҡатнашты. Тормош хәүефһеҙлеге һәм башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәрендә өйрәнгән хәрәкәттәр команда буйынса етеҙ башҡарыла. Егеттәр генә түгел, ҡыҙҙар ҙа тигеҙ сафта йыр менән дәртле үтә. Республика ҡала- райондарынан килгән иң яҡшы командалар Бөйөк Еңеү көнө уңайынан Еңеҡ паркында үҙ оҫталығын күрһәтте. Мәктәп уҡытыусыларының хәрби комиссариаттар менән берлектә ойошторған был ярыштары йыл һайын үткәрелә һәм йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләй