Ата-әсә республика советына берләште

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағында Республика ата-әсә советы ойошторолдо. Уның төп маҡсаты — ата-әсә йәмәғәтселегенең мәғариф өлкәһе идара органдары менән хеҙмәттәшлек итеүе, ата-әсәнең балаларҙың сифатлы белем алыуға конституция хоҡуҡтарын яҡлауҙа ҡатнашыуы, балаларҙың һәм уҡыусы йәштәрҙең именлеген тәьмин итеү.

Өфөлә Республика ата-әсә советының беренсе ултырышы үтте. Уның рәйесе итеп Александр Мартынов һайланды. Совет составына муниципалитет һәм Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы, Республика уҡыусылар хәрәкәте, «Әүҙем ата-әсә» һәм «Яңы мәктәп» федераль партия проектының йәмәғәт советы вәкилдәре инде.

Ултырышта шулай уҡ ата-әсә контроле штабы составы һайланды, уның эш планы раҫланды.

Республика ата-әсә советы үҙ эшмәкәрлеген Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының 2021 йылдың 6 декабрендәге бойороғо менән раҫланған Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы Республика ата-әсә советы тураһындағы положениеға ярашлы алып бара.