Сатлама һыуыҡ көтөлә

Йәкшәмбе республикала 26 градусҡа тиклем һалҡынайта. Киләһе ял көндәрендә төндә урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Был турала һауа торошо белгестәре иҫкәртә.

Шәмбе, 11 декабрҙә, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан, төндә талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә -9, -14°С, урыны менән -15, -20°С, көндөҙ -7, -12°С.

Йәкшәмбе, 12 декабрҙә, яуым-төшөм булмай. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -15,-20°С, урыны менән -21-26°С. Көндөҙ -9, -14°С һалҡын була.