Баш автоинспекторға төбәк етәксеһе йөкләмәләр ҙә бирҙе. “Теләк булараҡ һеҙгә әйтер йөкләмә лә бар. Беҙ юлдарҙа ғүмер өсөн көрәштә еңеләбеҙ. Кеше һәләк булған осраҡтар йыш. 2019, 2020 йылдарҙа хәл яҡшыраҡ ине. 2021 йылда башҡаса. Мин уны нисек аңлатырға беләм. Һеҙгә лә төшөнөргә кәрәк. Транспорт министрлығындағы хеҙмәттәштәр менән берлектә эш итегеҙ. Был мөмкин. Һәм беҙгә мәсьәләне нисек хәл итергә кәңәш бирегеҙ: фотовидеофиксация комплекстары талап ителәме, сикләүсе ҡоролмалар ҡуйыу кәрәкме”, — тине Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров баш дәүләт автоинспекторына йөкләмә бирҙе
13 декабрҙә үткән оператив кәңәшмәлә Республика башлығы Рәсәй Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығының Башҡортостан буйынса яңы етәксеһе менән таныштырҙы.