Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2021 йылдың 10 декабренән 2022 йылдың 10 ғинуарына тиклем «Башҡортостан Республикаһында иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы» конкурсына документтар ҡабул ителә. Конкурста ҡатнашыр өсөн муниципалитеттарға үҙ биләмәһендәге иң яҡшы яңы йыл ҡаласығын һайлап алып, министрлыҡҡа ғариза ебәрергә кәрәк.
Конкурс Өфө ҡалаһы ҡала округы райондары буйынса «Иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы», Өфөнән тыш ҡала округтарында, ҡала биләмәләрендә һәм ауыл биләмәләрендә айырым номинацияларҙа үткәрелә. Бынан тыш конкурста «Күп фатирлы йорттар биләмәһендә иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы» номинацияһы бар.
Конкурса йомғаҡ 11-19 ғинуарҙа яһала. Еңеүселәр дипломдар һәм 100 мең һумдан 2,5 миллион һумғаса аҡсалата премиялар менән бүләкләнә. Еңеүсе тип табылған муниципаль берәмек йәки йорт аҡсаны биләмәһен төҙөкләндереүгә тотонорға мөмкин. Конкурста ҡатнашыр өсөн документтар Өфө ҡалаһы, Степан Халтурин урамы, 28-се йорт, 427-се бүлмә адресына йәки novogodniigorodok@gmail.com электрон почтаһына ҡабул ителә.