Ә 77 мәктәптә — өлөшләтә карантин, 904 класта ОРВИ һәм грипп буйынса карантин индерелгән.
Ошо хаҡта 13 декабрҙә республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Анна Казак хәбәр итте.
Ведомство етәксеһе коронавирус йоҡтороу осраҡтарының кәмеүен билдәләне, ләкин 7-14 йәшлектәр араһында киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм грипп менән сирләү осраҡтары арта.
Шулай уҡ ул хеҙмәткәрҙәр һәм пенсионерҙар араһында коронавирус менән ауырыусыларҙың күбәйеүе хаҡында белдерҙе.