Мәкерле сирҙән 32 кешенең ғүмере өҙөлгән

Мәкерле сирҙән 32 кешенең ғүмере өҙөлгән

Республикала уҙған тәүлектә ковид-19 вирусын йоҡтороуҙың 529 осрағы теркәлгән. Мәкерле сирҙән 32 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ғөмүмән, пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 114 меңдән ашыу кеше коронавирус менән ауырыған. Һәләк булыусылар 4 меңгә яҡын. Коллектив имунитет булдырыу йәһәтенән эштәр әүҙем бара. Вакцинаның беренсе компонентын алыусылар 2 миллиондан ашты. Тулыһынса вакцинация үтеүселәр 1 миллион 882 мең самаһы.