Был турала Хөкүмәттә уҙған кәңәшмәлә әйтелде. КОВИД 19-ға бәйле оператив штабтың бөгөнгө ултырышында иһә Яңы йыл осоронда үҙ көсөндә буласаҡ ҡағиҙәләр иғлан ителә. Башҡортостан нефтенең 90 йыллығына арналған саралар юғары кимәлдә үтергә тейеш. Уның нигеҙендә республика башлығы Радий Хәбиров тарафынан имзаланған махсус Указ яҡын арала донъя күрәсәк. Маҡсат – байрам түгел, ә Ишембайҙағы төп урамдарҙың береһе – Губкин урамы менән башҡорт нефтен асыусылар майҙанын тулыһынса яңыртыу. Маҡсаттар менән бергә көндәлек мәсьәләләр ҙә йәшәйештең ябай шарттарҙа бармауы тураһында һөйләй. Һүҙ әлеге лә баяғы коронавирус тураһында. Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 114 мең кеше КОВИД 19-ҙы йоҡторған. Бөгөнгә 354 пациент клиникаларҙа булһа, уларҙың 92-һе ауыр хәлдә, ә бына 20 сырхау үҙ көсө менән тын алмай, улар үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппартарына тоташтырылған. Республикала вакцинация тиҙлеге кәмей. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин аңлатмаһы. Тағы ла бер сир – грипп. Миҙгел ауырыуы тейешле кимәлдән 113 процентҡа юғары. Башҡортостанда грипп бар, унан ҡасып та, китеп тә булмай. Бигерәк тә балалар ауырый. Республикала 18 мәктәп тулыһынса карантинға ябылһа, 904 синыфта уҡыуҙар сикләнгән. Ә бына бөгөн, 14-се декабрь республика ғына түгел, ә донъя кимәлендә “Башҡорт теле көнө”. “7 аҙым” марафоны, төрлө саралар, осрашыуҙар. Былар башланғыстың тәүге өлөшө. Быйыл “башҡорт теле көнө” бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға бағышланған. Өндәрҙең дөрөҫ әйтелеше. Хөкүмәттәге опреатив ултырышта ошондай төшөнсә һирәк яңғырай. Дөрөҫөрәге, өндәр урынына бында фактар, һандар, белешмәләр бирелә. Ә дүшәмбеләге кәңәшмәлә иһә “Башҡорт теле көнөнө” арналған сараларҙың йомғаҡлау өлөшө тураһында әйтелде. Бөгөн, Өфөлә, мәҫәлән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары бүләкләнә. Сараларҙан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ситтә ҡалмаясаҡ. Республика үҙенең төп стратегик партнерҙары исемлеген билдәләй. Өфө Белорусь менән хеҙмәттәшлекте ныҡлап үҫтереү һәм камиллаштырыу яғында. Ошо турала Башҡортостан делегацияһының Минскийға сәфәре барышында билдәләнгәйне. Яҡтар килешеүенең тәүге һөҙөмтәһе –Өфөгә Белорусия делегацияһы килеүе көтөлә. Радий Хәбиров “халыҡ-ара бизнес аҙналығына” иғтибарҙың иң юғары кимәлдә булыу бурысын ҡуя. Миграция сәйәсәте тураһында һүҙ йөрөткәндә, төп бурыстарҙың береһе – халыҡты эш менән тәьмин итеү. Был йәһәттән, Радий Хәбиров инвсеторҙар менән эш алып барғанда ла килешеүҙәрҙе алдан төҙөү кәрәклеген әйтә. Дөйөм алғанда, был йәһәттән республикала тейешле һәм йүнәлешле сәйәсәт алып барыла. Тик миграция, демография тураһында һүҙ йөрөткәндә, тағы бер фактор тураһында әйтеү урынлы булыр. Ул Башҡортостанда алкоголь баҙарындағы хәлдәрҙе көйләү. Араҡы-шарап һатып, быйыл республика ҡаҙнаһы яҡынса 9 миллиард һумлыҡ килем алған. Сауҙа менән бергә уның сифаты юғары булырға тейеш. Ниһәйәт, республикала ялған араҡы, составында спирт булған шыйыҡсалар эсеп үлеүселәр һаны кәмегән. Акциз тауары өлкәһен дәүләттең махсус күҙәтеүендә ҡалырға тейеш. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге ултырышта фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары күләмен арттырыу тураһында ла һүҙ булды. Тағы ла шуныһы, Башҡортостанда вакинация күләме лә, уның күләме лә кәмергә тейеш түгел.
Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцинацияны тиҙләтергә кәрәк
Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцинацияны тиҙләтергә кәрәк