Башҡорттарым уҡыу кәрәк!

Башҡорттарым уҡыу кәрәк!

Бөгөн, 14 декабрь Башҡорт теле көнө һәм Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йылБайрам айҡанлы белем биреү усаҡтарында, мәҙәниәт йорттарында, төрлө ойошмаларҙа башҡорт телен һаҡлауға бағышланған акциялар үтә. Күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла телебеҙҙе үҫтереүгә тос өлөш индергән, милләттебеҙҙең 19-сы быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы. Тап уның тыуған көнөнөдә Башҡорт теле көнө уҙғарылыуы осраҡлы түгел. Аҡмулла исемен йөрөткән педагогия университеты был датаға айырыуса етди ҡарай. Иң мөһим сараларҙың береһе — халыҡ -ара Аҡмулла уҡыуҙары конференцияһы. Был фәнни кәңәшмә быйыл 16-сы тапҡыр үткән.Тағы бер мөһим сара — ул Аҡмулла диктанты. Тел проблемалары әленәнә әле күтәрелә. Һәр заман үҙ талаптарын ҡуя. Әммә ойошторолған сараларҙа бөтә донъянан 25 меңләп милләттәшебеҙ, телгә битараф булмаған замандаштарыбыҙ ҡатнаша икән, тимәк беҙ дөрөҫ йүнәлештә, ти Аҡмулла университеты педагогтары. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы ла башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүҙә үҙ өлөшөн индерә.Ихлас күңелдән тапшырыуына килгән хаттарҙа әле лә тыныс күңел менән уҡый алмайым, ти тапшырыуҙың алып барыусыһы Гүзәл Ишкинина. Тәбрик һүҙҙәрен донъяның төрлө төбәктәренән юллайҙар. Ҡотлауҙар Башҡортостан-24 каналында бушлай ҡабул ителә. Башҡортостан-24 телеканалында 30-ға яҡын милли тапшырыуҙар донъя күрә. Өфө хәбәрҙәре Сәйәхәтсе һуҡмағы, Иман нуры, Халыҡ медицинаһы, мәҙәниәт яңылыҡтары һәм башҡа тапшырыуҙарҙы беҙҙең журналистар айырым бер ихтирам менән әҙерләй. Ә Ғәлимйән Ибәтуллиндың тапшырыуҙары Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа йыш билдәләнә.Уның Сәйәхәтсе һуҡмағы республиканың матурлығын ғына түгел, тел бөйөклөгөн дә данлай. Телгә һөйөү ғаиләнән башлана. Башҡортостан -24 телеканалында донъя күргән тапшырыуҙарҙың барыһы ла киң аудиторияға йүнәлтелгән. Беҙҙең каналда шулай уҡ башҡорт телендә кинофильмдар һәм спектакльдәр айырым урын алған. Барлыҡ милли тапшырыуҙар телгә ихтирам һәм һөйөү менән һуғарылған. Башҡорт теле көнө уңайынан Башҡортостан-24 телеканалында телгә бәйле бихисап интервьюлар, роликтар донъя күрә. Күрмәй ҡалмағыҙ.