Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы

Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы

Башҡорт теле көнө алдынан республиканың төрлө ойошма, учреждениеларында тематик осрашыуҙар үтте. Шулар иҫәбенә Өфө күп профилле һөнәри колледжында ойошторолған ғилми-ғәмәли конференцияны ла билдәләп үтергә мөмкин. Ул күренекле ғалим, башҡорт филологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Ғиниәт Ҡунафиндың юбилейына арналды. Ғиниәт Сәфиулла улы Ҡунафин башҡорт телен һәм башҡорт филологияһын үҫтереүгә ҙур тырышлыҡ һалған шәхес. Университетта башҡорт филологияһы факультетын асыу тәҡдимен индергән һәм уның беренсе деканы ла ул. Ғалим, педагог, әҙәбиәт белгесе, профессор, Башҡортостан фәндәр академияһы ағзаһы, меңәрләгән студент уҡытыусыһы. Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы, тигән исеменә һаман тоғро. Ғиниәт Ҡунафиндың ғилми-тикшеренеү эштәре башҡорт халҡының Октябрь революцияһына тиклемге әҙәбиәтен өйрәнеүгә бағышланған. Халҡыбыҙҙың бихисап әҙәби ҡомартҡыларын асыҡлап өйрәнгән, күпме билдәһеҙ исемдәрҙе билдәле иткән ғалим булараҡ та ихтирам итәләр уны. Ғиниәт Ҡунафиндың 75 йәшлек юбилейы уңайынан Өфө күп профилле һөнәри колледж студенттары ғалим менән осрашыу ойошторҙо. Ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусылар 19-сы һәм 20-се быуат башындағы рухи-мәҙәни үҙенсәлектәр һәм туған телдәрҙе һаҡлау менән үҫтереүҙең хәҙерге мәсьәләләре тураһында фекер алышты. Ғиниәт Ҡунафин фән докторҙары һәм кандидаттары остазы, 900-ҙан ашыу ғилми хеҙмәт, 60-тан ашыу китап авторы ғына түгел,. әүҙем йәмәғәтсе лә булараҡ билдәле. Тыуған районы Ғафуриҙа "Табын" яҡташтар ойошмаһы ағзаһы. Тыуған ауылы Сәйетбабаның башҡорт халҡы мәҙәни-тарихи үҙәгенә әйләнеүендә лә Ғиниәт Ҡунафиндың хеҙмәте ҙур. Студенттарға нәсихәт итеп, танылған ғалим, тормошта гармонияға өлгәшеү серен асты. Донъя бөтөн булһын тиһәң эш менән шәхси тормош йәнәш килергә, хеҙмәтте һөйөргә кәрәк. Шул саҡта алда мөмкинлектәр асыла, үткән-башҡарылғандарҙан иҫтәлекле эҙ ҡала. Осрашыу матур тойғолар ҡалдырҙы. Өлгө алыр кешең булыу үҙе бәхет, тиҙәр халыҡта. Буласаҡ һөнәр эйәләре ғалимдың йәмғиәттә йәшәгән һәр кем өсөн һәр ғәмәлдә мөһим ҡағиҙәһен хәтерҙә ҡалдырҙы.