Яңы баҫмаларҙың исем туйы

Яңы баҫмаларҙың исем туйы

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте балалар өсөн сығарылған яңы баҫмаларҙың исем туйын үткәрҙе. Сара башҡорт теле аҙналығы сиктәрендә ойошторолдо. Сараның төп ҡунаҡтары балалар. Өсөнсө класта белем алыусы Алена Шелепина һәр бер сыҡҡан яңы баҫманы ҡалдырмайынса уҡып барырға күнеккән. Бигерәк тә әкиәттәр китабын яратып уҡыйым, ти ул. Тәжрибәле уҡытыусы Лилиә Мусина хаҡлы ялға сыҡҡас үҙен тулыһынса балалар ижадына бағышлай. „Ҡояш ғәскәре„ тип исемләнгән китабы ике телдә донъя күрә. Күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың ейәнсәре, Алһыу Әнүәр ҡыҙы һөнәре буйынса табип. Балалар өсөн китап биҙәү яратҡан шөғөлө генә. Әхирәттәр Ильмира Вәлиева менән Жанна Кобзева "Бориска менән Башайканың йыһан мажаралары", китабын балалар иғтибарына тәҡдим итте. Тәрән йөкмәткеле баҫмалар балаларға тәрбиә биреү әмәле генә түгел, уларҙың телмәрен үҫтереүсе лә, күңелдәрен байытыусы ла һәм белем биреүсе лә. Әлеге китаптар барыһы ла матур һәм йәнле, ҡыҙыҡлы һүрәттәр менән биҙәлгән, юғары сифатлы булыуыҙары менән дә балаларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә.