Башҡортостан уҡыусыларының Яңы йыл каникулдары башҡаларҙан айырыла

Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса оператив штаб ултырышында республика мәктәптәрендә яңы йыл каникулдарының 31 декабрҙән 16 ғинуарға тиклем дауам итәсәген билдәләне. Йәғни уҡыусылар дүшәмбе, 17 ғинуарҙа, мәктәпкә бара.

«Республиканың белем биреү учреждениеларында киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм грипп буйынса ҡатмарлы хәл килеп тыуҙы, 62 339 уҡыусы, 1 083 уҡытыусы сирләй. Роспотребнадзорҙа яңы йыл каникулдары киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыу күрһәткестәрен кәметергә мөмкинлек бирер, тип иҫәпләйҙәр», — тине ведомство башлығы.

Әйткәндәй, Рәсәйҙең башҡа күп төбәктәрендә уҡыусыларҙың яңы йыл каникулдары иртәрәк — 27 декабрҙә башлана һәм 10 ғинуарҙа тамамлана.

Бынан алда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мәктәптәрендә COVID-19 таралыуы сәбәпле каникул бер аҙнаға оҙайтылыуы мөмкин тип белдергәйне.