Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы премияһы 25 мең һумғаса арттырыла

Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән әсәләргә премия күләмен 25 мең һумға тиклем арттырыу көтөлә. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Башҡортостан Башлығының республика наградаһы тураһындағы указына төҙәтмәләр әҙерләне.

Мәғлүм булыуынса, «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылдан алып биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән күп балалы әсәләргә бирелә. Башҡортостанда бөгөнгә һигеҙ меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ ошо юғары исемгә лайыҡ.

Награда менән бергә аҡсалата премия тапшырыла, элек ул һалым ҡайтармаһы менән 17 241 һум ине. 2022 йылдың 1 ғинуарынан иһә ҡатын-ҡыҙҙарға 25 мең һум түләнә башлай.