Илебеҙ бойондороҡһоҙлоғо өсөн йәнен-тәнен аямаған батырҙарҙың барыһы ла әле ер ҡуйынына ҡәҙерләп тапшырылмаған. Әммә уларҙың ҡаһарманлығы һәйкәлдәрҙә мәңгеләштерелә. Тыл ветераны Әнисә Солтангәрәева 1945 йылдың Еңеү яҙын нисек ҡаршылағанын күҙ йәштәре аша һөйләй. Уның атаһы Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған. Ун йәшлек ҡыҙға үҙен аямай өлкәндәр менән бер рәттән колхозда барлыҡ ауыр эштәрҙе башҡарырға тура килә. Әлшәй районының Сурай ауылынан һуғышҡа 189 яугир оҙатылған. Тик 67-һе генә кире әйләнеп ҡайтҡан. Уларҙың исемен мәңгеләштереп, Сурайҙа һәйкәл ҡалҡып сыҡты. Мәңгелек ташта уны төҙөргә ярҙам иткән Миңзәлә Фәзлетдинованың атаһының исем-фамилияһы ла уйып яҙылған. “Һәйкәлдең мәсет янында урынлашыуы ла осраҡлы түгел”, — тип аңлата Жәүит хәҙрәт. Йылдағыса Сурай халҡы Еңеү көнөн ҡаршылауға етди әҙерләнгән. Улар илдә барған “Үлемһеҙ полк” акцияһына ла ҡушылды. Балалар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатайҙарының фотоларынан транспоранттар әҙерләгән.Мәктәп уҡыусыларына ҡушылып, өлкәндәр ҙә атай-олатайҙарының фотоһүрәттәрен тотоп митингка ҡушыла барҙы.Ауыл урамдарынан үтеп, “Үлемһеҙ полк” монументаль ҡоролма янында йыйылды. Еңеү көнөнә арналған тамаша яу ҡырында һәләк булған яугирҙәрҙе бер минут тын ҡалып иҫкә алыуҙан башланды. Уларҙың хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалынды. Мәктәп уҡыусылары Еңеү тематикаһы менән һуғарылған шиғырҙар, йырҙар менән сығыш яһап ауыл халҡын ҡыуандырҙы. Тамаша байрам тантанаһында ҡатнашыусыларҙың күңел түрендәге иң нескә хистәрҙе тибрәтте. Бигерәк тә, ауылдағы тиҫтәнән ашыу тыл ветераны яңы һәйкәл асылыуына тулҡынланыуын йәшермәй. Ауылда һәйкәлдең булыуы ҙур әһәмиәткә эйә икәнен өс быуын да яҡшы аңлай. Көн һуңында урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар “Ағинәй” мәсетендә әрүахтар рухына бағышлап, Ҡөръәндән аяттар уҡыны, ҡорбан ашынан ауыҙ итте. Ауылда төҙөлгән был һәйкәл ысын мәғәнәһендә ветерандарға күрһәтелгән ихтирам һәм иғтибарҙың аныҡ өлгөһө. Сурайҙар яҡташтары менән берлектә атҡарып сығарған был сауаплы эш маҡтауға лайыҡ. Башҡалар ҙа уларҙан үрнәк алып, азатлыҡ килтергән яугирҙар хәтирәләрен ҡәҙерләп һаҡлаһа ине.
Республика халҡы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы атай-олатайҙарының хәтерен ҡәҙерләп һаҡлай
Тулыраҡ: Республика халҡы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы атай-олатайҙарының хәтерен ҡәҙерләп һаҡлай