Сибайҙа һәм Әбйәлилдә эшҡыуарлыҡ форумы үтәсәк

Тулыраҡ: Сибайҙа һәм Әбйәлилдә эшҡыуарлыҡ форумы үтәсәк

10-11 июндә Сибайҙа һәм Әбйәлил районында «Урал аръяғы-2016. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ — идеянан алып тормошҡа ашырғанға тиклем» тип аталған эшҡыуарлыҡ форумы ойошторола. Унда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү проблемалары һәм юлдары, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы саралары хаҡында һөйләшеү, шулай уҡ халыҡтың мәшғүллеген арттырыу өсөн яңы предприятиелар булдырыу мәсьәләләрен тикшереү күҙаллана. «Урал аръяғы-2016» эшҡыуарлыҡ форумы эшендә яҡынса 250 делегаттың ҡатнашыуы көтөлә.