Ни өсөн Әбйәлилдә йәштәр ҡаланан ауылға ҡайта?

Тулыраҡ: Ни өсөн Әбйәлилдә йәштәр ҡаланан ауылға ҡайта?

Хәҙерге шарттарҙа йәштәр күберәген ҡалала ҡалырға тырыша. Күптәре ата-бабалары төйәк иткән ерҙә эш булмауын белдерә. Ә ҡайһы берҙәре яҡшы тормош эҙләп бөтөнләй Себер тарафтарына йә башҡа өлкәләргә сығып китә. Ҡаланы ташлап, киреһенсә ауылға йәшәргә ҡайтҡан йәштәр ҙә бар. Ваҡытында Айбулат Вәлиев Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. Егеттең яҡшы түләнгән эше лә була, ләкин, ул ғаиләһе менән ауылға ҡайтырға ҡарар итә. Йәш ир, шунда уҡ, емерелеп бөтөп барған элекке һөтсөлөк фермаһын алып, бинаны яңыртып ебәрә. Хәҙер унда 14 һауын һыйыры бар. Йүнсел 2015 йылдың авгусында ғына эшен аса. Махсус программала ҡатнашып, грант ала. Был аҡсаны ул трактор, тағылма инвентарь һәм һөт һауыу апараттары алыуға тотна. Тәүҙә йәш ир 10 тана менән башлап ебәрә. Башта фермерға яҡындары ярҙам ҡулы һуҙа. Әле лә ул күпселек эште атаһы менән башҡара. Өҫтәмә көс талап ителһә, кешеләрҙе яллай. Бынан тыш, тракторҙары, йөк машиналары бар. Йәш йүнсел һөт йыйып, Мәләүез һөт комбинатына тапшыра һәм килем ала.Ауыр хеҙмәттән һәм яңы эш асырға ҡурҡмаған егет ауылдың киләсәгенә ышана. Әлегә ул бер һауынсыны ғына эшкә алған. Киләсәктә хужалыҡ етәксеһе тағы ла хеҙмәт урындары булдырырға йыйына. 70 йәшен ҡыуалаған Зөфәр Саҙрыевҡа 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ. Ул төҙөүсе лә, игенсе лә, малсы ла, урмансы ла. Бер нисә йыл элек йортона терәтеп оранжерея төҙөгән. Унда иртә ҡыштан сәскәләр үрсетмәләр үҫтерә. Ә баҡсаһында бер нисә теплица, түтәлдәр бар. Оло булыуына ҡарамаҫтан эшҡыуар селекция менән шөғөлләнә һәм беҙҙең тәбиғәткә яраҡлашҡан емеш-еләк менән йәшелсә үҫтерә.Пенсионер төрлө өлкәлә үҙен һынап ҡарағас, һуңынан ҡуян үрсетеү менән мауығып китә. Ваҡытында фермерҙың ҡуяндары 650 башҡа еткән. Уларҙы тәрбиәләү маҡсатында айырым ҡура, махсус ҡапсыҡтар, туҡланыу системаһын да ҡулайлаштырған, уңған хужа. Йәштәр хәҙерге шарттарҙа нисек эш асырға белмәй. Ҡуянды ҡарау өсөн артыҡ сығымдар талап ителмәй, бынан тыш, башҡа малҡайҙар кеүек тәрбиә кәрәкмәй, йәғни, улар тиҙ үрсей. Ә итенең файҙалы һәм ярайһы уҡ ҡиммәт икәнен иҫәпкә алғанда, ҡуянсылыҡ отошло тармаҡ.Был фландер тоҡомло ҡуянға алты ай, уның ауырлығы 5 килограмм самаһы. Бер йыл эсендә ул 9-10 килограмм ауырлыҡ йыя. Ә яҡшылап ашатҡанда 14 килограмға ла етә. Халҡыбыҙҙың „Ир кеше йорт һалырға, ул үҫтерергә һәм ағас ултыртырға тейеш, тигән әйтеме бар. Пенсионер ошо талаптарҙың барыһын да бер нисә тапҡыр үтәгән. Башҡортостандың халыҡты социаль яҡлау һәм хеҙмәт министрлығы сайтында 19 меңгә яҡын кеше эш эҙләүе тураһында резюме ҡалдырған. Халыҡ мәҡәле ауыл ерендә эш тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй, ти. Йәштәр 30 йәшлек Айбулат Вәлиев һәм 7-се тиҫтәһен ҡыуалаған Зөфәр Саҙрыевтан өлгө алыр, тип ышанғы килә.