18 декабрҙә Башҡортостанда баш санитар табип Анна Казактың граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына коронавирусҡа ҡаршы мәжбүри прививка яһау тураһында ҡарары ғәмәлгә инде. Эш биреүселәр прививкаһыҙ хеҙмәткәрҙәрҙе эш урынына индермәҫкә хоҡуҡлы. Тәү сиратта был медицина, мәғариф, социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары, транспорт өлкәһе, хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары, Өфө аэропортында ил сиге аша үткәреү пункттарында эшләгәндәр, хәрбиҙәр, сауҙа, хеҙмәттәр һәм көнкүреш хеҙмәттәре өлкәһе, финанс ойошмалары һәм почта бүлексәләре хеҙмәткәрҙәренә ҡағыла.
11 ноябрҙән был исемлеккә сәнәғәт, төҙөлөш һәм проектлау, ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеү нигеҙендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр ҙә индерелде.
Алдан хәбәр ителгәнсә, предприятиела хеҙмәткәрҙәрҙең 80 проценттан аҙырағы прививка эшләткән осраҡта, юридик берәмектәргә 200-500 мең һум штраф һалыныуы ихтимал.