Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко иҫкәртеү прививкаларының милли календарын һәм эпидемиологик күрһәтмәләр, шул иҫәптән коронавирусҡа ҡаршы прививкалар календарын раҫланы.
Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Бойороҡҡа ярашлы, 60 йәштәге һәм унан өлкәндәр, медицина, мәғариф һәм социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре, социаль учреждениела йәшәгәндәр, хроник, шул иҫәптән үпкә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәренән, шәкәр диабеты һәм һимереүҙән яфаланғандар, шулай уҡ миллионлы ҡалала йәшәгәндәр мотлаҡ коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка яһатырға тейеш.
Документта билдәләнеүенсә, 12-17 йәшлек балаларға прививканы ата-әсәнең йәки законлы вәкилдең яҙма ризалығы менән генә эшләргә мөмкин.