25 декабрҙә Башҡортостан Башлығы һәм Өфө ҡала хакимиәте етәксеһе шыршы байрамына саҡыра

Башҡортостан Башлығы һәм Өфө ҡала хакимиәте башлығы традицион шыршы байрамын 25 декабрҙә альтернатив форматта уҙғара. Был хаҡта мэриялағы оператив кәңәшмәлә башҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова хәбәр итте.

«Бүләктәр бер көндә тапшырыла. Боҙ ҡаласығы майҙансыҡтарында әкиәт геройҙары ҡатнашлығында тамашалар күрһәтелә, бүләктәр таратыла. Әгәр бала байрамға килмәһә, бүләкте өйөнә илтеп бирәләр», — тине Хаффазова.

Ул шулай уҡ предприятиелар һәм уҡыусылар ҡатнашҡан хәйриә акциялары хаҡында ла һөйләне.

«Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында 29 декабргә тиклем яңы йыл иртәләре ойошторола, уларҙа 198 мең самаһы бала ҡатнашырға әҙерләнә. Яңы йыл тантаналарын үткәргәндә Роспотребнадзорҙың сикләүҙәрен үтәү мотлаҡ», — тине Елена Хаффазова.