Коронавирус бер кемде лә аямай, уның өсөн вазифа ла, йәш тә юҡ

Коронавирус бер кемде лә аямай, уның өсөн вазифа ла, йәш тә юҡ

Аяуһыҙ сир арҡаһында Башҡортостанда КОВИД-19–ға ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында торған медицина фәндәре кандидаты Дамира Сабирйәнова вафат булды. Республика башлығы Радий Хәбиров табибәнең яҡты донъя менән хушлашыуын ҙур юғалтыуҙарҙың береһе тип атай. Башҡортостанда бөгөн һәр йөҙ мең кешенең 3 меңгә яҡыны коронавирус менән сирләй. Пандемия таралғандан алып республикала 117 мең пациентҡа ошо диагноз ҡуйылған. Амбулатор шарттарҙа 6 мең 535 кеше дауаланһа, клиникаларҙағы 18 пациент ауыр хәлдә. Башҡортостан коллектив иммунизацияға февралдең беренсе аҙнаһында етәсәк. Республика башлығы иһә вакцинация кимәле буйынса артта ҡалған райондар етәкселәренә был мәсьәләгә айырым иғтибар бүлергә саҡыра. Коронавирус ҡағиҙәләре көндәлектең ғәҙәти тәртибенә әйләнә. Мәҫәлән, Башҡортостанда хәҙер предприятиеларҙы тикшереү бара. Ойошмалар һәм ширҡәттәрҙә вакцина үтмәгән хеҙмәткәрҙәр эш урынына индерелмәй, ә компанияларҙы 90 көнгә тиклем ябыуҙары ихтимал. Республикала 16 мәктәп, меңдән ашыу синыфта уҡыу туҡтатылған. Төп сәбәп – тын юлдары ауырыуҙары һәм грипптың таралыуы. Ауырлыҡтарға, юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, ваҡыт туҡтамай, ул алға бара. Өфөлә уҙған “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы” ла быға асыҡ миҫал. Донъя дәүләттәре делегациялары ҡатнашлығындағы осрашыуҙар ошоно дәлилләй. Башҡортостан, мәҫәлән, Белорусия, Ҡаҙағстан менән тауар әйләнешен миллиард долларға еткерергә тейеш. Һөҙөмтәләр иһә теүәл бер йылдан иғлан ителә. Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, килешеүҙәр араһында төҙөлөш, сәнәғәт, иҡтисад өлкәһенә бәйлеләре бар. Радий Хәбиров конгресс эшмәкәрлегенә айырым иғтибар кәрәклеген билдәләй. Башҡортостан алдында торған йәнә бер бурыс тураһында айырым әйтергә кәрәк. Ул белем усаҡтарын капиталь ремонтлауға ҡағыла. Мәктәптәрҙең техник базаһын яңыртыу 2024-се йылға тиклем башҡарылһа, республиканан 365 мәктәп ошо исемлеккә инергә өлгөргән. Бер мәктәпте ремонтлау өсөн федераль ҡаҙна алтышар миллион һум бүлергә әҙер. Әммә, республиканың был өмөтөн аҡларға теләмәгән, йә бөтөнләй битараф райондар бихисап. 11 муниципаль биләмә башлығы ни өсөн был эшкә ҡушылырға теләмәй икәнлегенә яҡын арала аңлатма бирергә тейеш. Стратегик сәйәсәт мәғариф менән мәҙәниәткә генә ҡағылмай. Башҡортостандың еңел сәнәғәт тармағы бөгөн ярҙамға мохтаж. Әлегә был тармаҡҡа төбәк ҡаҙнаһы йыл һайын 100 миллион һум бүлә. Яңы ҡорамалдар һәм сеймал һатып алыу менән бер рәттән, был өлкәне белгестәр менән тәьмин итеү ҙә төп мәсьәлә. Халыҡ кәсептәрен тергеҙеү ҙә бюджетты тулыландырыуға бер ярҙам булырға тейеш. Республика башлығы Радий Хәбиров иһә халыҡ кәсептәре өлкәһендә үҙгәрештәрҙең һиҙелмәүе, башҡарылған эштәрҙең күренмәүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Республика етәксеһе Башҡортостан предприятиеларын стандартлаштырыу, метрология үҙәге менән берлектә эшләргә саҡыра. Сөнки, төбәктәге махсус үҙәктә үткәрелгән һынауҙар сығымдарҙы кәметергә лә мөмкинлек бирә. Ойошма һәм заводтар барыһы ла әҙер булырға тейеш. Әҙерлек тигәндәй, Яңы йыл осоро Башҡортостанға һынау мәленә әйләнеүе ихтимал. Раштыуа каникулы мәлендә, республикала көн һайын кәм тигәндә 17 янғын сығып, утта тәүлегенә 2 кешенең ғүмере өҙөлә. Бөгөндән иһә Башҡортостандың эске эштәр министрлығы ла махсус режимға күсә. Тәртип һаҡсылары менән бергә юл хәрәкәте инспекторҙары тәүлек әйләнәһенә дежурға сығасаҡ. Ә бына йыл аҙағында һәр район һәм ҡала хакимиәте башлығы урындағы халыҡ һорауҙарына яуап бирергә тейеш. Бының өсөн әңгәмәләр ойошторола.