Киләһе ике йылда Рәсәй төбәктәренә юл эшмәкәрлеген тәьмин итеүгә 100 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Был хаҡтағы ҡарарға Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Финанс саралар урындағы, муниципалитет-ара һәм төбәк автомобиль юлдарын төҙөү һәм ремонтлауға йүнәлтеләсәк. Аҡса 84 субъектҡа бүленә. Башҡортостан хөкүмәтендә үткән тарнспорт сәғәтендә быйыл Башҡортостан биләмәһендә 131 километр юл файҙаланыуға тапшырылды, тип билдәләнде. Республика аша үткән федераль трассаларҙа төҙөкләндереү планға ярашлы дауам итә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, төбәк һәм урындағы автомобиль юлдарында юл транспорт ваҡиғалары һанының кәмеүе күҙәтелә. Был күрһәткескә хәүефле участкаларҙа фото һәм видео яҙма алып барыу булышлыҡ итә. 2021 йылда планлаштырылған 1800-ҙән ашыу камераның бөгөн 1039-ы ғәмәлдә.
Башҡортостанда 131 километр юл файҙаланыуға тапшырылды
Башҡортостанда 131 километр юл файҙаланыуға тапшырылды