“Мираҫ” мәсете стенаһында мемориаль таҡта

“Мираҫ” мәсете стенаһында мемориаль таҡта

Булгаково ҡасабаһында урынлашҡан “Мираҫ” мәсете стенаһында мемориаль таҡта барлыҡҡа килде. Ул мәсетте төҙөүҙә ҙур эш башҡарыусы – Марат Хәлил улы Шаймарҙановтың яҡты иҫтәлегенә арналған. “Мираҫ” мәсетенән халыҡ бер ҙә өҙөлмәгән кеүек, уны төҙөүгә бар көсөн һалыусы исеме лә онотолмай. Быйыл февраль айында коронавирустан һәләк булған Марат Шаймарҙановтың исемен хәҙер мәсет ишеге төбөнә ҡағылған таҡта ла иҫләтеп тора. Ғаилә өсөн был сара шул тиклем әһәмиәтле. Марат Хәлил улының кесе ҡыҙы Словакиянан ҡайтып төштө. Марат Шаймарҙанов халыҡҡа файҙалы булырға тырышты һәм шулай булды ла – уны белгән һәр кем ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлай. “Мираҫ” мәсетенең тәүге имам-хатибы Исмәғил хәҙрәт тә иҫтәлекле көндән ситтә ҡалманы. 2010 йылда мәсеткә нигеҙ һалына башлай. 2015-тең көҙөндә , Ҡорбан байрамы алдынан, мосолмандар унда тәүге намаҙға йыйыла. Тағы бер йылдан балалар һәм ололар өсөн мәҙрәсә асыла, ғибәҙәтхана барлыҡҡа килә. “Мираҫ” мәсете ҡасандыр Башҡортостандың төҙөлөш һәм торлаҡ сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары булған Марат Хәлил улы Шаймарҙановтың халҡына һуңғы бүләге – мираҫы. Алла йортонанан халыҡ өҙөлмәй, арта ғына. Ә мемориаль таҡта мәсет ишеген асыусы һәр кемгә уның исемен иҫләтеп тора.