“Алға” махсус иҡтисад зонаһында эшсе кейем тегеү фабрикаһы сафҡа инде

Ишембай районында яңы фабрика асылды. Бөгөн эшсе кейем тегеү фабрикаһының беренсе производствоһына старт бирелде. Заманса автоматлаштырылған тегеү фабрикаһы “Аркада” компанияһына ҡарай. Ул йылына 220 меңгә тиклем киң төрлө эшсе кейем етештереүгә иҫәпләнгән. Проектҡа һалынған инвестициялар күләме 680 миллион һумдан ашыу. Фабрика линияларын асыу тантанаһында Радий Хәбиров ҡатнашты.

“Бөгөн мине үҙенсәлекле тойғолар солғап алды. Беренсенән, тыуған еремдә булған өсөн, икенсенән, беҙ бергәләп яҡшы эш атҡарып сыҡтыҡ, ул Ишембай районы ғына түгел, тотош республика өсөн әһәмиәтле. Ике йыл элек Башҡортостанда бизнесты үҫтерергә, яңы предприятиелар асырға, тип махсус иҡтисади зона булдырыу идеяһы менән янғаныбыҙҙы яҡшы хәтерләйем. Бар тырышлыҡты һалып алға барабыҙ. Хөкүмәт ҡарары менән йыл ярым элек ошондай зона барлыҡҡа килде. Үткән аҙнала ул иң хәрәкәтсән үҫеш алған зона, тип танылды. Бындай хәлдең тарихта булғаны юҡ — йыл ярым эсендә бында 10 резидент килде, бер юлы ике ҙур предприятие асылды. Бөгөн һеҙҙе ошо иҫтәлекле вағиға менән ҡотлайым”, тип Башҡортостан башлығы “Аркада” сәнәғәт берекмәһе директорҙар советы рәйесе Михаил Цукерманға рәхмәт белдерҙе.

Хәбәр ителеүенсә, Башҡортостандың Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондары биләмәһендә урынлашҡан “Алға” махсус иҡтисад зонаһы үткән аҙнала Рәсәйҙә 2021 йыл йомғаҡтары буйынса иң хәрәкәтсән үҫеш алғагн махсус иҡтисад зонаһы булараҡ танылды. Инвестициялар өсөн ҡулай махсус иҡтисад зоналарының бишенсе милли рейтингы һөҙөмтәләре 16 декабрҙә ТАСС мәғлүмәт агентлығы матбуғат конференцияһында иғлан ителде.