Аҙна уртаһында һыуыта башлай. Кесаҙна, 23 декабрҙә, һауа температураһы төндә -14,-19, аяҙытҡанда -24 градусҡаса түбәнәйә, көндөҙ -11,-16, урыны менән -21 градус һалҡын. Яуым-төшөм кәмей. Аҙна аҙағына сатлама һыуыҡтар көтөлә.
Кесаҙна республикала көндәр һыуыта башлай
Башҡортостанда һауа торошо ҡапыл үҙгәрә. Был хаҡта Башгидрометүҙәк белгестәре хәбәр итте. 21 декабрҙә ҡар һәм епшек ҡар яуыуы, урыны менән буран сығыуы, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ көтөлә. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ +1,-4 градус.